Мөхәррирҙәр ҡоро

Опубликовано: 23-11-2012, 11:23


Район матбуғаты ниндәй булырға тейеш? Улар киләсәктә һаҡланасаҡмы? Район гәзиттәре халыҡтың тоғро дуҫы һәм кәңәшсеһе булыу өсөн ни эшләргә тейеш? Гәзиттәргә яҙылыу нисек бара, булған тираждың күләмен кәметмәү өсөн ниҙәр эшәләнә? БР Журналистар Союзының көньяҡ-көнсығыш район-ара ижади берекмәһенең семинарында нәҡ ошо һәм башҡа бик күп мәсьәләләр күтәрелде.

Семинарҙы берекмәнең рәйесе И.М. Йәндәүләтов асты. Ул мөхәррирҙәрҙе ойошма ҡабул иткән пландың үтәлеше менән таныштырҙы, үткән сараларға баһа биреп, һығымта яһаны.

Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов һәм уның урынбаҫары Р.Ф. Иҫәнбаев тәбрикләп үтте.

Сара барышында Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Б.Н. Мелкоедов менән видеоһөйләшеү ойошторолдо. Район гәзиттәре мөхәррирҙәре уға үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе. Борис Николаевич республика матбуғатының киләсәге, яңы технологиялар, район гәзиттәренең тиражы һәм уларҙың баҫылыу сифаты, гәзиткә яҙылыуҙы ойоштороу һ.б. мәсьәләләргә туҡталды.

Артабан мөхәррирҙәр эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, киләсәккә эш планын билдәләне. Шулай уҡ БР Журналистар Союзының көньяҡ-көнсығыш район-ара ижади берекмәһенең рәйесе яңынан һайланды. Сөнки был вазифаны башҡарған И.М. Йәндәүләтов, мәғлүм булыуынса, хәҙерге ваҡытта З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтен етәкләй.

Шулай итеп, көньяҡ-көнсығыш район гәзиттәре мөхәррирҙәре бер тауыштан берекмәнең рәйесе итеп “Сибайский рабочий” гәзитенең баш мөхәррире С.Б. Азаматовты һайланы. Уның урынбаҫары итеп “Учалинская газета” гәзите мөхәррире Ф.А. Тагирова тәғәйенләнде.

Г. Иҫәнгилдина.
Комментариев: 1

Оставить комментарий


  • Группа: Гости
Илһам Миниғәлиечҡа респект! Ул бына тигән рәйес булды, уның эшмәкәрлеге барлыҡ МТО рәйестәренә өлгө! яңы башлыҡ та тап уның кеүек эшләй алһа ине...



Информация
Посетители, находящиеся в группе Гости, не могут оставлять комментарии к данной публикации.