КАИПОВА Лилия Зайнулловна

Опубликовано: 4-12-2012, 22:07


Матбуғат – замана көҙгөгө


Республикабыҙҙың матбуғат баҫмалары мәҙәниәт һәм сәнғәт темаһын сағылдыра килә. Әммә был тәңгәлдә һөйләшәһе һүҙҙәр күп. Үткән йылды йомғаҡлаған көндәрҙең береһендә – матбуғат, телевидение һәм радиолағы сығыштары менән барыбыҙға ла билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, журналистар “Тамаша” журналы редакцияһына оло һөйләшеүгә – “Түңәрәк өҫтәлгә” – йыйылды.

Эш башлайҙар яҡшылар яҡшы менән

Әйтергә кәрәк, бындай осрашыуҙар редакциябыҙҙың йолаһына әйләнеп бара. Йылына бер тапҡыр булһа ла беҙ шулай журналыбыҙҙың тематикаһына, йөкмәткеһе, биҙәлешенә, матбуғатҡа яҙылыу проблемаларына ҡағылышлы фекерҙәр ишетеү өсөн билдәле шәхес, абруйлы етәксе, республика матбуғатында йыш сығыш яһаусыларыбыҙ, авторҙарыбыҙҙы “оло ҡор”ға саҡырабыҙ. Сөнки “Тамаша”– мәҙәниәтте һәм сәнғәтте башҡорт телендә яҡтыртҡан берҙән-бер нәфис-публицистик журнал булараҡ, башҡа баҫмаларға өлгө лә булырға тейеш бит әле. Был һөйләшеүҙә республика матбуғаты ғына түгел, ғөмүмән, мәҙәниәт һәм сәнғәткә ҡағылышлы етди проблемалар күтәрелде, ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр әйтелде.

Бөгөнгө һөйләшеүҙә Башҡортостандың театр эшмәкәрҙәре Союзы рәйесе Әхтәм Әбүшахманов, билдәле драматург, “Тамаша”ның тәүге баш мөхәррире Наиль Ғәйетбаев, яҙыусы, музыка һәм сәнғәт белгесе Миләүшә Иҙрисова, киностудия хеҙмәткәре Мәрйәм Зәкирйәнова, тележурналист, “Башҡортостан”телерадиокомпанияһындағы мәктәп-студия директоры Шәүрә Ғилманова, телережиссер Людмила Коряковцева, Башҡорт дәүләт драма театрының әҙәби бүлеге етәксеһе Рәмилә Йәһүҙина, театр белгесе Эльвира Мөхөтдинова, “Юлдаш”радиожурналисы, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова, “Ашҡаҙар” радиожурналисы Фәнүзә Баһаутдиновалар ҡатнашты.

Ф. Ҡоҙаҡаев. Матбуғаттың йөҙө үҙгәрә башланы. Гәзит-журналдарҙа ижтимағи-сәйәси, иҡтисад темаһына яңыса материалдар, тәнҡит мәҡәләләре баҫыла, яңы проекттар, ижади уйҙар сағылдырыла. Әммә мәҙәни өлкәне яҡтыртыуҙа барыбер ҙә бер урында тапанабыҙ кеүек. Анализ, тәнҡит юҡ. Күберәк маҡтауҙар менән мауығабыҙ. Бөгөн ваҡытлы матбуғатта республикабыҙҙың мәҙәни тормошо ни өсөн тейешенсә сағылдырылмай? Әйҙәгеҙ, бөгөнгө һөйләшеүҙең темаһын “Республика матбуғатында мәҙәниәт һәм сәнғәт темаларын сағылдырыу” тип атайыҡ. Бөгөнгө матбуғатҡа нимә етмәй: дөйөм мәҙәнилек кимәлебеҙ шулаймы, әллә тәжрибәле журналистар юҡмы? Ни өсөн беҙҙең һәләтле йәштәребеҙ сит илдәрҙә эшләргә атлығып тора? Темалар күп.Шәхси етешһеҙлектәргә туҡталмай ғына дөйөм проблемаларҙы асыҡлап ҡарайыҡ әле?

Ирек Кинйәбулатов. Мин “Тамаша”лағы һөйләшеүҙәрҙә өсөнсө тапҡыр ҡатнашам. Элеккеләрендә лә бик етди һөйләшеүҙәр булды. Иң мөһиме – бында әйтелгән тәҡдимдәрҙең һөҙөмтәһе журнал биттәрендә күренә башланы. “Тамаша” йылдан-йыл йөкмәткелерәк, яҡшыраҡ, уҡымлыраҡ була бара. Мәҫәлән, былтырғы һөйләшеүҙә рус телендә лә мәҡәләләр кәрәк тигәйнек. Был алым баҫмаға яңы темалар, авторҙар өҫтәне. Журнал йөкмәткеһен киңәйтте. Театр тормошон ғына түгел, ә китапхана, музей, үҙешмәкәр сәнғәт, халыҡ театрҙары, кино сәнғәте тураһында ла яҙа башланы. Улар ҙа беҙҙең сәнғәт, мәҙәниәтебеҙҙең бер өлөшө. Мин, мәҫәлән, Шәүрә Ғаббасованың Әмир Абдразаҡов тураһындағы мәҡәләһен йотлоғоп уҡып, күп мәғлүмәт алдым. Хәҙер иң күп тамашасы – телевизор ҡараусылар. Шуға ла журналда “Радио.Телевидение. Кино” рубрикаһы асылыу – һәйбәт күренеш. Сөнки ҡайһы ваҡыт телевизор йә радионан шундай яҡшы тапшырыуҙар була, ә ҡайһы мәл – киреһенсә. Бына шул хаҡта даими һөйләп барһағыҙ ине. Тәҡдимдәрем: хәҙер халыҡ, бигерәк тә ауыл ерендә, китапҡа һыуһаған. Сөнки китап магазиндары юҡ. Нәшриәттә драматургия, мәҙәниәт, сәнғәт әһелдәре хаҡында һөйләгән, һуңғы айҙарҙа донъя күргән китаптар тураһында ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт, уларҙы ҡайҙан, нисек табырға була икәне яҙылһа яҡшы булыр, күп мәғлүмәт алыр инек.

Мин төрлө байрам, осрашыуҙарға күп йөрөйөм. Бына шуларҙа сәхнәнән уҡырға айырым темаға арналған шиғырҙар таба алмай кисәне алып барыусылар. Бәлки уҡытыусылар, ололарҙы хөрмәтләү, армияға китеүсе егеттәргә һ.б. арналған, сәхнәнән уҡырлыҡ һәр журналда берәр генә бөртөк шиғырҙар бирергәлер? Был бер “Тамаша”ғына ҡағылмай. Башҡа баҫмаларҙа ла кәрәк. Клуб хеҙмәткәрҙәре нисек шатланыр ине?! Әгәр һәр баҫмала халыҡҡа кәрәкле мәғлүмәт баҫылһа, журнал йә гәзиткә яҙылыусыларҙы өгөтләү ҙә кәрәкмәйәсәк.

Ф. Ҡоҙаҡаев. Ысынлап та, журнал уҡыусылар фекерен беҙ юл сәфәрҙәрендә лә, төрлө осрашыуҙарҙа ла белешеп йөрөйбөҙ. Уларҙың тәҡдимдәрен иҫтә тоторға тырышабыҙ.”Һыҙҙырт ҡурайҙа!”, “Мәҙәниәт яңылыҡтары” кеүек рубрикалар шулай тыуҙы. Яңыраҡ миңә Татарстандан шылтыраттылар. Журналығыҙҙы оҡшаттыҡ, үҙемә файҙалы күп мәғлүмәт алдыҡ, нисек яҙылырға, тиҙәр. Сит өлкәлә йәшәүсе ҡәрҙәштәребеҙҙе иҫтә тотоп, журналыбыҙҙы быйылғы Рәсәй почта каталогы исемлегенә индерҙек. Йөкмәткегә килгәндә, беҙҙән яңы темалар, ҡыҙыҡлы рубрикалар һорайҙар.

Л. Коряковцева. Яңы темалар, яңы проектттар уйлап сығарыусылар – бөйөк кешеләр. Бына мин, мәҫәлән, ниндәйҙер яңы тема, рубрика уйлап таптым, ти. Һеҙгә тәҡдим итһәм, ниндәйҙер матди бүләккә өмөт итә аламмы?

Ф. Ҡоҙаҡаев. Әлбиттә. Ысынлап та ҡыҙыҡлы проект икән, беҙҙә аккорд гонорарҙар ҡаралған. Хатта автор менән шәхси килешеү нигеҙендә лә эшләргә мөмкин. Авторлыҡ хоҡуҡтары тураһында ла яңы ҡанундар эшләргә кәрәктер, моғайын.

Ш. Ғәббәсова. Кисә мине “Тәмле” тапшырыуына төшөрҙөләр. Шунан бер фекер ҡалды – кешенең һаулығы дөрөҫ туҡланыуға бәйле: беренсенән, файҙалы ризыҡты ғына ашарға, икенсенән, етерлек кимәлдә генә ҡулланырға, өсөнсөнән, ваҡытында ашарға. Бына шуларҙы журнал, гәзит йөкмәткеһенә ҡайтарғанда: халыҡҡа кәрәкле мәғлүмәтте тейешле генә миҡдарҙа ваҡытында еткерергә кәрәк. Кемдәрҙер баҫмалар һаны кәмеүе бар, ти, ә мин ни өсөн “Тамаша” ике айға бер сыға, тиергә ултырам…

М. Иҙрисова. Мин дә шулай тием. Хатта журнал эсендә музыкаға арналған махсус бер журнал булһа ла ҡамасауламаҫ ине. Ай һайын сыҡһа, исмаһам, театр, филармонияларҙың репертуарын алдан белеп, күп яңылыҡты ваҡытында ишетеп торор инек. Тағы ла бер теләгем бар ине, музыка сәнғәтен онотмағыҙ! Беҙҙең иҫ китмәле композиторҙарыбыҙ, опера һәм балет театрында йырсы, бейеүселәребеҙ бар. Милли оркестрҙарыбыҙ бар. Камил Рахимов, Халиҡ Заимов кеүек һәләтле композиторҙарыбыҙ бар. Әгәр авторҙар кәрәк икән, сәнғәт академияһына барығыҙ – унда уҡытыусылар, йәш, һәләтле, яҙа белгән студенттар бар.

Үҙем, мәҫәлән, музыка тарихы тигән рубрика тәҡдим итәм. Йәнә лә, башҡорт халыҡ йырҙарының тарихы. Һәр һан һайын бер генә йырҙың тарихын биргәндә лә отасаҡбыҙ ғына.

Ш. Ғәббәсова. Мин егерме йылға яҡын мәҙәниәт өлкәһендә эшләнем. Беҙҙә төрлө район, ҡалаларҙа ла, республика кимәлендә лә бик күп ҡыҙыҡлы саралар уҙа. Әлбиттә һәр береһе тураһында матбуғатта яҙыу мөмкин түгел. Әммә ошо саралар тураһында мәғлүмәт алып, хатта бер йыл алдан баҫыласаҡ мәҡәләләр темаһын планлаштырып була. Шулай иткәндә авторҙар менән килешеүе лә еңелерәк. Беҙ элек шулай итә торғайныҡ.

Р. Йәһүҙина. Темалар тураһында һүҙ сыҡҡас, минең дә бер һүҙем бар. Был бер “Тамаша”ға ғына ҡағылмай. Ниндәйҙер әҫәрҙәр бер юлы китап булып та сыға, шул уҡ айҙа журнал, гәзит биттәрендә лә урын ала. Шунан теге йәки драма, йә иҫтәлек тураһында, ниңә журнал, гәзиттәр китаптан күсереп баҫалар икән, тиҙәр. Был хәл бер баҫманы ла биҙәмәй. Йәнә, ҡайҙа баҫылһа ла, оҙон мәҡәләләрҙе уҡыуы ялҡыта. Хатта журнал булһа ла, бәлки йөкмәткеһен ыҡсымлатып, ҡыҫҡараҡ баҫтырырға кәрәктер?

Ф.Ҡоҙаҡаев. Дөрөҫ фекер. Килешәбеҙ. Киләсәктә былай ҙа ҡыҫҡараҡ, йөкмәткелерәк яҙыу тураһында уйлайбыҙ.

М. Зәкирйәнова. Беҙҙең милли баҫмаларҙы ауылдарҙа бик яратып уҡыйҙар.Шуға ла ауыл мәҙәниәт усаҡтары, үҙешмәкәрҙәр араһындағы таланттарҙы онотмайыҡ. Үҙҙәрен журнал, гәзит биттәрендә күреп, тағы ла дәртләнеберәк ижад итә башлаясаҡ бит улар. Ғаилә менән уҡый торған журнал булғас, балалар өсөн дә бер бит асырға кәрәктер. Көләмәс, сканворд, аҡыллы фекерҙәр кеүек “еңел” һәм ҡыҙыҡлы материалдар ҙа баҫманы уҡыусыға яҡынайта. Тағы ла бер теләгем: архив фотоларын биреп, унда кемдәр төшкәнен дә һөйләһәк, йәштәргә мәҙәниәт, сәнғәт тарихынан күркәм бер мәғлүмәт, үҙенә күрә фото-энциклопедия булыр ине. Был материалдарҙы музейҙар ҙа ҡуллана ала.

Л. Коряковцева. Тик был тәңгәлдә бик һаҡ булырға кәрәк. Юғиһә, ҡайһы бер баҫмаларҙа башҡорттарҙы күрһәтергә булһалар, гел иҫке кейемдә, емерелеп барған иҫке аласыҡтар янындағы фотоларын бирәләр. Ә бит беҙҙең шундай күркәм, ыҫпай кейенгән, уҡымышлы, өлгө алырлыҡ зыялыларыбыҙ булған. Хатта ауыл ерендә лә. бына шуларҙың фотоларын күберәк баҫтырырға ине.

Р. Йәһүҙина. Журналдың эске биттәрен дә төҫлө итеп булмаҫ инеме икән?

Э.Мөхөтдинова. Минеңсә, аҡлы-ҡаралы фотолар биреү – ул журналдың үҙенсәлекле стиле. Уны һаҡларға кәрәк. Сөнки тәтәй кеүек төҫлө журналдар былай ҙа күп. Хәҙер шундай тенденция бара: башҡаларҙан айырылыр өсөн ҡайһы бер баҫмалар махсус аҡлы-ҡаралы төҫкә күсә башланы.

Ф. Ҡоҙаҡаев. Беҙ төҫлө журнал тураһында ла уйланыҡ. Әммә әле был матди йәһәттән мөмкин түгел.

Тәнҡит. Йәштәр. Интернет.

Журнал уҡыусыларыбыҙ йыш ҡына тәнҡит мәҡәләләре һорайҙар. Ә тәнҡитселәр юҡ. Мәҙәниәт менән сәнғәттең ниндәй генә төрөн алһаҡ та…Авторҙарға ниндәйҙер темаға тәнҡит мәҡәләһе яҙырға ҡушыу практикаһы бар.

Ф.Ҡоҙаҡаев. Заказ биреп тә ул мәҡәлә баҫырлыҡ булмаһа? Авторҙарыбыҙҙың күбеһе теҙеп һөйләү, маҡтауға ҡоролған, бер ниндәй яңылыҡ өҫтәмәгән ниндәйҙер идеаль кешеләр, идеаль тамашалар тураһында яҙа.

Л. Коряковцева. Әгәр мәҡәләлә анализ булмаһа, нисек уны яҡшы тип әйтәһең? Һәр бер мәҡәлә – ул драматургия. Телевидениела эшләүселәр – теге-йәки был тапшырыуҙы ҡарай башлағас та икенсе каналға күсмәһен, ә журналда, уҡыр-уҡымаҫ икенсе битте асмаһын тип тырышырға кәрәк. Хәҙер кешеләр ығы-зығы, үлеш-ҡыйралыштан арыған. Уларға ыңғай күренештәр кәрәк. Бигерәк тә телевидениела. Ә матбуғатта – уҡыусының күңеленә үтеп инерлек ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, шәхестәрҙең һикәлтәле тормош юлы кәрәк, минеңсә.

Ә. Әбүшахманов. Сәнғәт академияһында театроведтар, йәғни, театр тамашаһын анализлаусылар әҙерләү бүлеге бар. Ҡыҙыҡ, йыл һайын юғары белемле бер-нисә тәнҡитсе әҙерләнә, ә матбуғатта ысын анализ һәм тәнҡит мәҡәләләре юҡ. Беҙҙә музыковедтар бар. Ә театроведтар ҙа, киноведтар ҙа юҡ.

Э.Мөхөтдинова. Бар улар. Мин, мәҫәлән, ике йыл элек сәнғәт академияһының театроведтар әҙерләү бүлеген тамамланым. Шуны әйтә алам – бөгөнгө көндә театроведтар кәрәкмәгән белгестәр урынында. Сөнки ниндәй генә матбуғат баҫмаһына барһаң да нисәмә көндәр буйы яҙған мәҡәләне алмайҙар, йәки алып та автор исемен үҙенекенә алыштырып баҫалар. Шунан күңел төшә. Яҙмаларыбыҙ кәрәк булмағас, ни өсөн тырышырға?

Ә. Әбүшахманов. Тәнҡиттең икенсе яғы ла бар. Бөтә матбуғат баҫмалары ла – бюджет ойошмалары. Дәүләт сәйәсәте бар. Бөгөн беҙ шундай хәлдә – әҙәбиәт тә, сәнғәт тә, улар тураһында яҙыусылар ҙа. Профессиональ сәнғәт нимә бирә? Халыҡтың күҙен аса. Кеше яҙмышы, тыуған ил өсөн борсолоуҙы ишара, символика, моң, хәрәкәттәр аша, йәғни сәнғәт телендә халыҡҡа аңлата… Бына шуның өсөн дә бер беҙҙә генә түгел, хатта үҙәктә лә юғары даирәләгеләр профессиональ сәнғәткә ярҙам итә һалып бармай. Ә үҙешмәкәрҙәр… бер кемгә лә ҡамасауламай… Шуға ла, исмаһам матбуғат аша үҙебеҙҙең һәләтлеләребеҙҙең күңелен күтәрергә ине. Бигерәк тә профессиональ сәнғәт оҫталарын. Теләктәрем – ҙур сәнғәт тураһында ябай журналистар түгел, ә был өлкәне яҡшы белгән белгестәр: театровед, музыковед, искусствоведтар яҙырға тейеш. Ә журналист ошо авторҙарға тейешле темалар бирә, ул мәҡәләләрҙе халыҡ уҡырлыҡ аңлайышлы телгә күсерә ала.

Ш. Ғәббәсова. Театрҙар тәнҡитселәрҙән ҡурҡа.

Э.Мөхөтдинова. Матбуғатта ла цензура көслө.

М. Иҙрисова. Ҡыҙыҡ. Ниндәй генә редакцияға килһәң дә беҙгә тәнҡит мәҡәләләре кәрәк тиҙәр. Моғайын да һеҙ баҫмаға нисек кәрәк шулай яҙмайһығыҙ…

Л. Коряковцева. Талантлы яҙма үҙ баҫмаһын таба ул. Яҙғанығыҙ, бәлки һеҙҙең үҙегеҙгә оҡшайҙыр ҙа… Мин институтта уҡыусыларҙың өсөнсө курсҡа тиклем бер яҙма эш тә башҡармағанын беләм.

Ә. Әбүшахманов. Шул театроведтарҙың икәүһен эшкә алып ҡараным. Улар башҡорт телендә бөтөнләй яҙа белмәйҙәр, хатта рус телендә лә хаталы яҙҙылар.

Н. Ғәйетбаев. Журналистика факультетын бөтөп кенә журналист булып булмаған кеүек, ысын театровед булыр өсөн дә айырым һәләт кәрәктер. Киләсәктә, моғайын, яҡшы тәнҡитселәр уҡытып сығарырҙар. Булғанды бөтөрөргә тырышмайыҡ әле. Бөгөнгө көндә бындай факультеттар бары тик Мәскәү, Санкт-Петербургта һәм беҙҙә генә. Беҙҙең йәш белгестәр Ҡурсаҡ театрында, “Нур” театрында бик ихлас эшләп йөрөйҙәр. Бер заман мин уларға ғәҙел итеп яҙығыҙ, тигәйнем, шунан уларҙы бер аҙ йәберһетә башланылар. Бәлки шуға тынып ҡалғандарҙыр. Миңә был һөйләшеүҙә шул оҡшаны, ярай әле “Тамаша”ны ябайыҡ, тимәнегеҙ.(Көлә).

Б. Ҡаһарманова. Мин өс йыл был журналда эшләп алдым. Тормош мәктәбе үттем. Минеңсә, сәнғәт, мәҙәниәттең тарихын күберәк яҙырға кәрәктер. Күберәк шәхестәр тураһында һөйләргә ине. Ә материалдың төрлө формаларын эҙләү – журналистың шәхси эше. Гел генә әңгәмә, йәки гел һүрәтләмә булмаһын, тием. Был бер “Тамаша”ға ғына ҡағылмай.

Ф. Аҡбулатова. Ысынлап та, билдәле шәхестәр тураһында яҙғанды яратып уҡыйҙар. Ул кешеләр бит үҙ ғүмерендә күпме тетрәнеү, ыҙа, ауырлыҡтар аша үткән. Әммә барыһын да еңеп сыҡҡандар. Бына шул уңышҡа ирешеү серҙәре, йәшәү көсө, өмөтһөҙлөккә бирелмәү хикмәттәре тураһында йышыраҡ яҙһаҡ ине. Отчет һымаҡ мәҡәләләрҙе кәметһәгеҙ, баҫмалар уҡыусыны ҡыҙыҡтырасаҡ.

Ф. Багаутдинова. Тарих, архив та кәрәк, әлбиттә. әммә беҙҙең киләсәк – йәштәр ҡулында. Шуға уларҙың фекерен белеп, улар тураһында яҙһаҡ яҡшы булыр кеүек. Мәҫәлән, йәштәр, студенттар ваҡытлы матбуғатты бөтөнләй тиерлек алдырмайҙар. Тимәк, бөгөнгө көн мәғлүмәтенән мәхрүм ҡалалар. Ә нисек яҙышһындар улар? Баҫмаларҙы уҡымағас. Минең тәҡдимем: бына ошонда ултырған һәр беребеҙ исмаһам бер генә йәш кешегә үҙенең яҙышыу тәжрибәһен өйрәтһә, күпме яңы яҙышыусылар тыуыр ине. Беҙгә, “Ашҡаҙар” радиоһына, мәҫәлән, үҙ теләктәре менән ике студент ҡыҙ килеп махсус темаларға материал туплау эштәрен алып йөрөйҙәр. Киләсәккә әҙер кадрҙар.

Ф.Ҡоҙаҡаев. Беҙҙең интернет сайтыбыҙҙы көн һайын 250 нән ашыу, күберәк йәштәр, ҡарай. Тимәк, ҡыҙыҡһыныу көслө. Ә шул ваҡытта, киләсәктә ваҡытлы матбуғат бөтөүгә бара, интернет ҡына ҡаласаҡ, тигән фекерҙәр ҙә ишетелә…

М. Иҙрисова. Ә интернет ул үҙ урынында ҡаласаҡ. Баҫма гәзит-журналды компьютер алыштыра алмай. Компьютерҙы бер ҡарайһың да онотола, ә журналды йылдар буйына ҡасан теләйһең шунда асып ҡарап була.

Л. Коряковцева. Дөрөҫ. Бөгөнгө көндә йәштәр күберәк интернетта ултыра. Унда төрлө башҡорт төркөмдөре бар. Мәҫәлән, минең төркөмдә генә өс меңдән ашыу кеше. Интернет-яҙылыу ойоштороу өсөн шунда белдереү генә яҙырға кәрәк. Киләсәктә интернет журналға яҙылыусылар һаны артасаҡ. Әммә был баҫма журнал кәрәкмәй тигәнде аңлатмай.

Ф.Ҡоҙаҡаев. . Дуҫтарыбыҙ! Бына күпме проблемаларҙы асып, ниндәй ентекле, файҙалы фекерҙәр ишеттек бөгөн. Киләсәктә уларҙың һәр береһен анализлап, эшебеҙҙә ҡулланырбыҙ. Барығыҙға ла оло рәхмәт! Дуҫтарыбыҙҙың һәр яңы фекере беҙгә алтындай ҡәҙерле. Артабан да бәйләнештә ҡалайыҡ!

Бына шундай йәнле һәм файҙалы һөйләшеүебеҙ һеҙҙең менән дә дауам итә, хөрмәтле журнал уҡыусыларыбыҙ! Яҡшы-яманды ваҡытында әйтешеп алыу – башҡорттоң борондан килгән изге йолаһы. Аҡһаҡалыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулла әйткәнсә: “үҙендә камил аҡыл булһа ла, ир, кәңәш әйтеп һәр кемдән аҡыл һорар” йәки “телде байҡап һөйләгеҙ аҡыл менән, эш башлайҙар яҡшылар яҡшы менән”! Изге теләктәр, изге фекерҙәр көтөп ҡалабыҙ!

Һәр хәлдә киләсәгебеҙ мәҙәниәтенә һәм сәнғәтенә битараф булмайыҡ! Рухи үҫешкә һәр беребеҙ аҙмы-күпме үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек!



Мөхәббәт һәм моң алышы



“Һис бер нәмәһе юҡ кеше фәҡир түгелдер, һөнәре һәм тырышлығы юҡ кеше фәҡирҙер. Үҙе өсөн тырышҡан кешегә эш һәр ваҡыт ярҙам итер. Тырыш кеше – матур йәшәр, ялҡау кеше – аслыҡтан үлер. Был донъяның тормошо һәр кемдең үҙ ғәйрәтенә күрә аманат ителгән. Шуның өсөн донъяла тороу һәм көн үткәрер өсөн, һис кемгә ышанмайынса, үҙ ғәйрәтегеҙгә өмөт итегеҙ һәм үҙегеҙ өсөн үҙегеҙ тырышығыҙ.” ХIХ быуат мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдинов нәсихәттәре һәр кем өсөн оло аҡылдыр. Ысынлап та, бер хоҙайҙан бирелгән һәләткә генә ышанып, уны үҫтереү өсөн бер ни ҡылмаһаң, кем ғәйепле? Юҡһа бәғзе бер талант эйәләре сәхнәләрҙә бер тапҡыр ғына балҡыйҙар ҙа, һуңынан, мин шундай һәләтле инем, ҡәҙеремде белмәнеләр, тип ҡалған ғүмере буйына халыҡты, милләтте, ил етәкселәрен ғәйепләп йәшәйҙәр. Ошо оло үпкәләрен ҡәбергә алып китәләр.

Төрлө яҙмышлы йырсы, артистар була. Кемдер булыр-булмаҫ һәләтен дә үҙ ваҡытында кемдәргәлер арҡаланып, ваҡытлыса ғына булһа ла “балҡытып”, төрлө маҡтаулы исемдәр юллап, үҙен талант эйәһе тип хис итеп өлгөрә. Ихлас ҡарағанда, был да үҙенә күрә бер һөнәр. Ә кемдәрҙер текә таш ҡаяға яланғул үрмәләгән таусы кеүек, мыҫҡаллап танылыу яулай. Хатта таланты, даны булһа ла, ул һаман үрмәләүен белә. Сөнки дандың ваҡытлыса, ә камил оҫталыҡтың мәңгелек икәнен яҡшы белә. Тап ошондай юлды үткән, яҙмыштың ҡатмарлы һынауҙарына бил бирмәгән йырсы тураһында һөйләйем мин бөгөн.

Күптәрегеҙгә таныш, бары тик уның йырлауында ғына шул тиклем үҙенсәлекле һәм матур яңғыраған “Илсе Ғайса”, “Беҙҙең урам”, “Һуңғы һөйөү”, “Керәм әле урмандарға”, “Ҡышҡы сейә”, “Башҡортостан”, “Тәгәрәп китте йөрәгем” һәм башҡа бик күп йырҙарҙы, бер тамашасы әйтмешләй, “шул тиклем йөрәген һурып, йолҡоп йырлаған” йырсы – Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Әлфиә Юлсурина тураһында һүҙем.



Һынауҙарға бөгөн рәхмәт әйтә



“Беҙ клубта үҫтек”, – тип хәтерләй бөгөн Әлфиә бала сағын. Әсәләре – Стәрлетамаҡ культура-ағартыу техникумын тамалап, иң ауыр районға ебәрегеҙ, тип һорап, Бөрйән районы Байназар ауылына эшкә килгән Фатима Ғәйнуллина 4 бала менән йәшләй генә тол ҡала. Аталары, район эске эштәр бүлегендә паспорт бүлеге мөдире булып эшләһә лә, Таҡташ шиғырҙарын яттан һөйләгән, ҡурайҙа уйнаған, йыр тыңларға яратҡан мәҙәниле кеше – Ҡолдәүләтов Мырҙабулат Хәлфетдин улы яҡты донъя менән хушлашҡанда кескәй Зиләләре әле күкрәктән дә айырылмаған була. Әлфиә – “оло апай”, мәктәптең 6-сы синыфында ғына уҡыһа ла, кескәй туғандарын ихлас ҡараша әсәһенә. Район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, оҫта бейеүсе Әбйәлил һылыуы Фатима Ғәйнулла ҡыҙына һоҡланмаған кеше булмай. Дүрт балаһына ла йәтимлек төҫө күрһәтмәй, бар тырышлығын һалып донъя көтә әсәһе.

1972 йылда Бөрйәнгә тәүге телевизорҙар килә башлай. Партия заманы. Клубтарҙа йыр, бейеү, хор түңәрәктәре, халыҡ театрҙары эше “ҡайнап” тора. Әсәйҙәренә эйәреп клубҡа килгән балалар барыһын да күреп, йырсылар репертуарындағы йырҙарҙы ятлап, театрҙағы ролдәрҙе эләкләп үҫә. Кистәрен, йорт алдында ултырған инәй-апайҙарға Әлфиә менән Илшат үҙҙәренсә концерт күрһәтәләр. Шәл бәйләгән инәйҙәр ҙә ҡыуанып ҡарар ине үҙенсәлекле “концерттарҙы”. Ул заманда агитбригадалар ныҡ эшләне. Йәй булһа уларҙы фермаларға концерт ҡуйырға ебәрәләр. Әсәйҙәре ҡайҙа, балалар ҙа шунда. Әлфиә үҙенең ҡасан йырлай башлағанын хәтерләмәй ҙә. Радионан Хөсәйен Мәжитов, Фәриҙә Ҡудашева, Мәғәфүр Хисмәтуллин йырҙарын отоп ала. “Атайымдың тағы ла бер радиоһы бар ине, – тип хәтерләй Әлфиә. – Унан Татарстан йырсылары Әлфиә Афзалова, Басырова, Илһам Шакировтарҙы йотлоғоп тыңлай инем. Минең өсөн йырлау шул уҡ ашау, йәки тын алыу кеүек тәбиғи бер һаләт булған, ахыры. Иртә килеп торам да кис ятҡанға тиклем йырлайым. Хатта әсәйем мине, күпме йырларға була, тип әрләп тә ала торғайны.”

Бер осор гел русса ғына, һуңғараҡ, эстрада йырҙарын, бигерәк тә Рим Хәсәнов йырҙарын яратып башҡара башлай ул. Мәктәптә лә сәхнәнән төшмәй тиерлек. Бигерәк тә Өфөгә, интернат-мәктәпкә килгәс, уҡыуға ҡарағанда күберәк йырлағандыр. Сәғәҙиев Иҙел Хажиевич – йыр уҡытыусыһы, “һин йырларға тейеш, Әлфиә”, ти гел генә. Яңы йырҙар өйрәтә. Барыһы ла уға йырсы киләсәге юрай, ә Әлфиәне…интернатҡа килгәс тәү тапҡыр ҡараған “Ғәлиәбаныу” спектакле шул тиклем тетрәндерә! Етмәһә, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының гөрләп торған сағы. Спектаклдәргә билет алыу ҙа ауыр булған заман. Бына ошо тамашанан һуң Әлфиәнең дә шундай шәп спектаклдәр ҡуйғыһы, Шәүрә Мортазина һымаҡ театр режиссеры булғыһы килә. Йырҙы бер нисек тә етди һөнәр тип ҡабул итә алмай әле ул саҡта. Балалыҡ аҡылы менән хоҙай биргән һәләтенә, йырсы һөнәренә шулай еңел ҡарауы өсөн яҙмыш уға ниндәй ҙә ҡаты яза әҙерләгәнен башына ла килтермәй уҡыусы ҡыҙ.



Мөхәббәтте ярһыу була, тиҙәр…


Рәссам-классиктың бер һүрәтендәге ялҡынға табан осҡан күбәләкте хәтерләйһегеҙме? Ул күбәләк, моғайын, Әлфиәлер, тим. Үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ғына булһа ла ысын мөхәббәт хистәрен татығандар уның кисергәндәрен тулыһынса аңлар. Әлфиә лә бар донъяһын онотоп, хыялыйҙар булыу сигенә етеп, ауылдашы, синыфташына ғашиҡ була. Ҡала тормошонан ялҡып та, сәғәтләп йәшәүҙән йөҙәп тә түгел, бары тик һөйгән егетен йышыраҡ күреү өсөн генә Әлфиә Өфөнө ташлап, ауылға ҡайта. Үҙе Станиславский, Немирович-Данченко, Вахтанговтарҙың әҫәрҙәрен уҡып, конспектлай – режиссер булырға ныҡлап әҙерләнә. Ә йырсы булам тигән уй бөтөнләй булмай… Һөйгән егете менән осрашып, һөйләшеп тора. Эске бер тойомлау менән һиҙеп йөрөй, егете донъяға ҡарашы менән бөтөнләй башҡа “ҡамырҙан” – уға кейәүгә сыҡһа, ижадты оноторға кәрәк буласаҡ. Шуғалырмы, мәктәпте тамамлағас, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға уйлап, педагогия институтына юллана. Был фәнде яҡшы белһә лә, ике йыл буйы тырыша, әммә уҡырға инә алмай ҙа ҡуя. Бәлки, хоҙай теләмәгән юл булғанға шулай килеп сыҡҡандыр, тип ҡуя Әлфиә бөгөн.

Һөйгәне Өфөлә, институтта уҡый. Ә Әлфиә мәҙәниәт йортонда инструктор-массовик булып эшләй. Өсөнсө йылына ла ул ошо уҡ уҡыу йортона килергә була. “Был ныҡышмаллығымдың сәбәбен әле генә аныҡ аңлайым – шул тиклем ныҡ ғашиҡ булғанмын, һөйгәнемде йышыраҡ күреү өсөн генә Өфөгә ынтылғанмын икән ул саҡ,”- ти Әлфиә.

Яратҡан ҡолома күп һынауҙар бирермен, тигән ти хоҙай. Әлфиә тағы ла бер һынау алдына килеп баҫа. Беҙ, бәлки, был һынауҙарҙы осраҡлылыҡ тип уйлайбыҙҙыр. Ә ысынында… ошо осраҡлы һынауҙарҙа ҡабул иткән кескәй генә ҡарарҙарҙан үҙебеҙҙең яҙмышыбыҙҙы ҡорғанды тәү мәлдә хатта аңлап та етмәйбеҙ.

Имтихандар август айында башлана. Ә июнь айында Бөрйәнгә Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Рәйсә Рәхим ҡыҙы Әхмәҙиева килә. Ул һәләтле йырсыларҙы уҡырға саҡырырға килгән була. Әсәһе – мәҙәниәт бүлеге мөдире – ҡыҙын белгес алдында йырлап ҡарарға өндәй. Йырсы булыу тураһында башына ла килтермәгән Әлфиә әсәһен тыңламай булдыра алмай, әлбиттә. Ул йылдарҙа мәҙәниәт йортонда иҫ китмәле шәп аккомпаниатор, виртуоз музыкант (инде мәрхүм) Иҙел Ниязғолов эшләй.

Бер ниндәй тулҡынланыу ҙа юҡ. Барыбер унда уҡырға инмәйем, тип уйлаған Әлфиә А.Пугачева, А. Герман, С.Ротару, Р. Рымбаеваларҙың йырҙарын йырлай ҙа йырлай. Ә мәҙәниәт йорто директоры Мәҙинә Йәһүҙина уҡытыусыға ниҙер һөйләп-һөйләй: яратҡан егете Өфөлә, шуға унда уҡырға теләй, тигәндер.

Рәйсә Рәхимовна мине саҡырып алды ла, уҡытыусы булыу ҙа насар түгел, тик һинең урының сәхнәлә бит, ти. Тәүҙә беҙгә кил дә, аҙаҡ, теләһәң, документтарыңды бирербеҙ, институтҡа инерһең, тип өгөтләй ҡыҙҙың яҙмышын уйлаған остаз. Әлфиә шунда уҡ баш тартмай, үҙен һынап ҡарарға була һәм… сәнғәт училищеһында имтихандар биреп йөрөгәндә йөрәге менән тоя – был уныҡы, уның өсөн генә уйлап сығарылған һөнәр! Моң донъяһы, ошо моңға мөкиббән ғашиҡ уҡытыусыларҙы күреү иҫ киткес йылы тойғолар уята күңелендә.

Ә мөхәббәт? Нисек кенә ауыр булһа ла, бер ҡарарға килергә кәрәк бит инде. Йәки ижад юлы, йә һөйгәнең. Әлфиә был юлы аҡылын тыңлай. Һөйгәненә оҙон итеп хат яҙа. “Беҙҙең юлдар айырыла. Хуш!”. Дүрт йылдан училищены ла тамамлай. Егете– йәш белгес, район үҙәгендә эшләй ҙә башлай. Ә Әлфиәгә, әгәр ҙә профессиональ сәнғәт юлын һайлаһа, артабан уҡырға кәрәк. Күңел төпкөлөнә инеп оялаған мөхәббәт, башҡа бер кемде күңелгә яҡынайтмаҫ, йылдар үткән һайын тәрәнәйеп кенә барған һағыш һаҙлығынан нисек сығырға?

Бары тик хоҙай ғына шаһит йөрәк эшенә. Әлфиә киренән ауылға ҡайта. Һөйгәне янына. Теге юлы мәктәптә уҡығанда ҡайтҡан кеүек. “Шулай, бары тик мөхәббәтем янында булыу өсөн генә ҡайтыуыма һис кенә лә үкенмәйем, – ти бөгөнгө Әлфиә. – Әле күҙ алдына килтерәм дә, бары тик үлем генә айыра алырлыҡ мөхәббәтем булған ул”.

Өйләнешеү! Кемгә нисектер, әммә Әлфиә үҙен ер йөҙөндәге иң бәхетле кеше итеп хис итә был мәлдә. Йәш ғаилә тыуа. Ире – совхозда инженер-механик, ә үҙе – район мәҙәниәт йортонда эшләйҙәр. Әлфиәнең йырлағанын һәр концертта, һәр табында ауылдаштары һорап, алҡышлап ҡаршы ала. Ижад кешеһенә күп кәрәкме, тик урғырға торған был шишмәнең өҫтөнә баҫмаһындар ғына. Йырлай Әлфиә… Иренең, ире яғынан туғандарының ниндәй генә ҡаршылыҡтарын тойһа ла, ниндәй генә ауыр һүҙҙәр ишетһә лә йырлай ул! Сөнки йыр уның күңеленә башҡа сыҡмаҫлыҡ, бөтмәҫлек, юғалмаҫлыҡ булып һеңгәйне. Үкенескә ҡаршы, һөйгәне генә шуны аңларға теләмәй. Әлфиәнең башҡа ир ҡатындарынан тап ошо моңға ғашиҡ булыуы менән айырылыуын, уның йырһыҙ йәшәй алмаясағын ғына һис танмай ул. Йыр тыңларға ярата, тик ул йырҙы Әлфиәһе генә йырламаһын да, уның тауышына һоҡланмаһындар…

“Әле уйлайым да шулай тием, яҙмыш юҡҡа ғына юлыма шундай ирҙе сығармаған. Быға тиклем мин йырға, йырсы булыуға бик етди ҡарамай, уны ғүмерлек һөнәрҙер тип уйламай торғайным. Сөнки быға тиклем гел генә ошо моңға ғашиҡ кешеләрҙе генә осратҡанмын. Был моңомдо урларға, юҡ итергә теләүсе бар икәнен бөтөнләй белмәгәнмен. Ә бына шуны тойғас, минең күңелдә ярһыу бер сәм уянды. Ни өсөн, ни сәбәптән мин хоҙай биргән һәләтте кешеләрҙән йәлләргә, ни өсөн йырламаҫҡа тейешмен әле? – тип аңлата ул саҡтағы күңел кисерештәрен йырсы.– Кем белә, әгәр ҙә ирем яғынан шундай йән әрнеткес, үҙемә ҡул һалыу хәлдәренә етерлек ҡаршылыҡтарға осрамаһам, шулай район үҙәгенә килеп, һәүетемсә генә донъя ҡороп, бәләкәй генә сәхнәләрҙә йырлап йөрөй бирер инем. Бөгөн килеп, шундай күңел ғазаптарына дусар иткән иремә, уны осраттырған яҙмышыма рәхмәт әйтәм!”

Юҡ, йәлләүгә лә, артыҡ маҡталыуға ла мохтаж түгел бөгөн Әлфиә Юлсурина. Тормошоноң ауыр мәлдәренә шулай бөркөт осҡан бейеклектән ҡарап, аҡһаҡалдар ише байҡау яһау өсөн уның күкрәгендәге кеүек оло йөрәк һәм миһырбанлы әсә күңеле кәрәк. Шуға ла Әлфиә һис зарланмай яҙмышы һынауҙарына. Уларҙы зар итеп һөйләүҙе барыбер үҙе кисермәгән кеше аңламаясаҡ. Тап ошо һынауҙар бөгөнгө Әлфиәнең йырҙарына әрнеткес һағыш тәрәнлеге һала. Бары мәңгелек һәм берҙән-бер мөхәббәте уның йырҙарын да мөхәббәтле итә. Балаларынан айырылыу ғазабы – ғәзиз әсәһенә һөйөү ялҡыны өҫтәй.



“Хоҙай үҙе ғәҙелләһен!”

“Әлли-бәлли йом күҙеңде, әлли-бәлли бәү…” , “Аҙаштырған болан балаһылай…” ҡара кистән бер туҡтауһыҙ ағылған был йырҙарҙы тыңлап йоҡлап киткән сабыйын ҡосаҡлаған әсә һары таңға тиклем керпек ҡаҡмай сыға. Көнө буйы эшләп арыған тәне ойоп, күҙҙәре йомолоп, йыр туҡтауы була – сабый күҙҙәрен аса ла илай башлай. Бер сабыйы ғына тыңламаған икән был йырҙарҙы. Ул саҡта Әлфиәләр ике ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында йәшәгән булалар. Иртәгәһен күршеләре Рәсимә Вәлиуллина, Йәмилә Хужиналар, бөгөн төнө буйы һинең йырлағаныңды тыңланыҡ, тиҙәр…

Ике ул. Ике баһадир инде ҙур булып үҫеп тә еткәндәр. Яҙмышының ауыр һынауы – сабый саҡтарында бер кемгә лә һылтанмай, ыҙа һалмай, бар ауырлыҡты ла үҙе күтәрергә тырышып мәктәптә уҡыу йәшенә еткергән ғәзиз балалары ғына әсәйҙәренә һалҡын ҡала. Улар бер нисек тә әсәйҙәренең – бәхетле ғаилә тормошон йырсы яҙмышына алыштырыуын аңларға, кисерергә ҡыймайҙар. Шулай тием, сөнки улар йөрәгендә әсәһенә йылы хистәр һаҡламай тип әйтергә телем әйләнмәй. Улар бары тик был хистәрҙе әсәһенә нисек белдерегә генә белмәй торғандарҙыр. Сөнки…

“Балаларым бергә йәшәгәндә лә, айырылышҡас та ирем һәм уның туғандары өсөн – минән үс алыу ҡоралы булдылар. Балалар барыбер ғүмер буйына ата-әсәй менән бергә йәшәмәйҙәр. Хәҙер улар тыуған йорттан айырылғандар. Мин уларҙың иҫән-һау булыуына ҡыуанам. Ә уларҙы әсәйле көйө әсәйһеҙ итеүселәрҙе хоҙай үҙе ярлыҡаһын,”– ти Әлфиә.

Йыр хаҡына, моң саҡырыуы буйынса ауылын, ирен, балаларын ҡалдырып Өфөгә сығып киткән Әлфиәне яңы һынауҙар көтә. Тағы ла Ризаитдин Фәхретдиновтың бер өгөт-нәсихәте хәтеремә килде: “ Күркәм тормош мөхәббәткә, мөхәббәт тәбиғәт берлегенә бәйләнгән өсөн, тормош иптәшегеҙ менән тәбиғәтегеҙ тура килгәненә иғтибар итегеҙ, йәғни, ни ҡәҙәр ауыр булһа ла, тәбиғәтегеҙгә оҡшаш кешеләрҙе табырға тырышығыҙ”. Тағы ла шуныһы: ишенән ҡалып ғүмер ахырынаса яңғыҙ ҡалыусыларҙы насар ғәмәлдә ғәйепләрҙән алда, уларҙы ошо көнгә ҡалдырған яҙмыш бөгөлдәренә күҙ һалһаҡ ине. Әлфиә лә был һынауҙарға бөгөн башҡасараҡ ҡарай: “Кем белә, әгәр ҙә мин шул тормошта тороп ҡалһам, оло сәхнәләргә сығыр йырсы түгел, бәлки был яҡты донъяларҙа ла булмаҫ инем, моғайын”.

Һыу,һауаһыҙ йәшәй алмағандай

Үҙенең 15 йыл ғүмерен үткәргән, инде тыуған йорто кеүек ҡәҙерлегә әүерелгән Башҡорт дәүләт филармонияһында йыл һайын үҙенең отчет концертын тамамлағанда: “Киләһе йыл тап ошонда осрашырбыҙ!”, - ти йырсы Әлфиә Юлсурина. Зал һәр ваҡыт шығырым тулы була. Шулай эркелешеп килеүҙәре, ижадын яратыусыларына сикһеҙ рәхмәтле Әлфиә. Бына бөгөн уның репертуарында 100-ҙән ашыу йыр бар. Бына бөгөн ул иртәгә концертҡа ниндәй күлдәк кейәйем тип борсолмай. Бына бөгөн ул ҡайҙа ғына, ниндәй генә темаға, ниндәй телдә йырларға саҡырһалар ҙа ихлас сығыш яһай ала. Ә башланғанда…

Өфөгә ул бер аҙна буйы район буйлап ниндәй кейемдә гастролдә йөрөгән, кескәй юл сумкаһына нимәләр һалған – шулай сығып китә. Хатта кесе улын күрергә лә форсат бирмәйҙәр… Бәхетенә күрә, әле лә рәхмәтле, Өфөлә уны йылы ҡаршылайҙар. Филармония директоры Әмир Тойғонов йәш таланттарға ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙған етәксе була. Әлфиә лә тулыһынса эшкә сума. Йыр ғына, гастролдәр һәм тамашасыларҙың алҡыштары ғына уны үҙәк өҙгөс һағыш, әрнеүҙәр ҡойононан йолоп ала. “Күҙ алдымдан бер күренеш китмәй. Ауылда бер бик эсергә яратҡан ҡатын булды. Төндә, эштән ҡайтып барғанда йыш ҡына күрә торғайным: был ҡатын урам буйында батҡаҡта эсеп иҫереп ята. Шунан уны балалары күреп ҡалалар ҙа, әсәй, әйҙә ҡайтайыҡ, бер ерең ауыртманымы, тор инде, тип уны торғоҙоп, атлай алмаһа, күтәреп тигәндәй өйөнә алып ҡайтып китә торғайнылар. Мин бит шулай эсеп, иҫереп тә ятмайым, ә нисек…” Бына шулай, “бөтөрөргә теләһәгеҙ ҙә мин бөткән кеше түгел” тип сәмләнеп тотона ул ижадҡа. Күҙ алдынан балалары китмәй. Улар әсәйҙәренең уңышын күрергә тейеш!

Әлфиә әйтеүенсә, был – уның юлы булған. Шуға ла хоҙай яҡшы кешеләрҙе осраттырған. “Шәп музыканттар – Редик Фәсхетдинов, Хәлит Фатыхов, Рим Гәрәев, Салауат Низамутдиновтар ауыр саҡта бер ваҡытта ла мине ташламанылар. Һөнәремдең ауырлығын тойманым. Минең өсөн йырлау, йыр әҙерләү – ләззәт ул. Сәхнәне, тамашасыны яратам. Һыуһыҙ йәшәй алмайһың бит, шуның кеүек мин йырһыҙ, тамашасыһыҙ һәм сәхнәһеҙ йәшәй алмайым. Ҡайһы саҡ шунда-шунда йырлау өсөн күпмелер аҡса бирәләр икән, тип һөйләшә башлаһалар, аптырап китәм. Мин шул тиклем ҙур ләззәт алам, етмәһә шуның өсөн аҡса ла түләйҙәрме, тигәндәй…” Әлбиттә, йырсы бик ауыр матди ҡыйынлыҡтар ҙа кисерә. 1997 йылдарҙа эш хаҡы алмаған ваҡыттарҙа…төрлө корпоратив кисәләрҙә, ресторан, кафеларҙа ла йырларға тура килә уға. Йәшәү, ашау, тереклек итеү хаҡына… Ул саҡтарҙы хәтерләгәндә:”Кешеләр ашап-эсеп ултырғанда йырлауҙы күрә алмайым”, - ти.

Бар тормошон өр-яңынан, ҡалаҡ, сынаяҡтан башлаған ҡатын тәүге йылдарҙа үҙенә кейем дә алмайынса сәхнә кейемдәре тектерә, фонограммалар яҙҙыра, концерттар әҙерләй. Хатта афишаларҙы ла үҙе эшләтә. Концерт өсөн кемдәрҙәндер бурысҡа аҡсалар ала ла аҙаҡ икешәр йыл буйы шул бурысты ҡайтара. Тырышып-тырмашып үҙенең генә репертуарын туплай. Хәҙер башҡорт телендә генә түгел, ҡаҙаҡ, украин, рус телендәге күп йырҙарҙы өйрәнгән ул. Ҡайҙа, ниндәй телдәге концерт – бара ла йырлай.

“Үҙебеҙҙең тәүге президентыбыҙға – Мортаза Рәхимовҡа сикһеҙ рәхмәтлемен. Ул һәр ваҡыт сәнғәт кешеләре тураһында ҡайғыртты. Тап ул эшләгән осорҙа мин дә маҡтаулы исем – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемен алдым. Хатта әлеге бер бүлмәлек фатирымды ла шул осор алдым. Хөкүмәт 30 процент хаҡын түләште. Шуға сикһеҙ рәхмәтлемен. Хоҙай уны ла шулай шатландырһын!”, - ти йырсы.

“Асылыңа хыянат итергә ярамай”

Был хәҡиҡәткә инанған инде Әлфиә. Тәүҙә филармонияға эшкә килгәс тә, популярлыҡ яулау, концерттарға халыҡ ишелеп килһен өсөн Татарстан йырсыларының йырҙарын өйрәнә. Мәҫәлән, Хәниә Фәрхинең йырҙарын өйрәнә бер –ике йыл буйы. Шулай тырышып йөрөй торғас, бер нимәне аңлай: халыҡ концертҡа теге йәки был йырҙы тыңлау өсөн түгел, моңға һыуһағандан килә. Халыҡ йырҙарын ярата ул. Тамашасының күңеленә үтә торған йырҙар кәрәк. Шунан башлап үҙенең репертуарын туплай башлай ул. “Йырсының үҙ йөҙө булһа ғына ул башҡаларҙан айырыла. Асылыңа хыянат итергә ярамай”, - тип, Әлфиә башҡорт халыҡ йырҙарын, онотола башлаған моңло элекке эстрада йырҙарын терелтә, үҙенең тауышына тура килерлек йыр яҙған композиторҙар эҙләй.

–Репертуар һайлағанда ниндәй критерийҙан сығып эшләйһең?- тип ҡыҙыҡһынам йырсынан һәм ижад тураһында әңгәмә ҡорам.

– Репертуар – бик сетерекле мәсъәлә. Бер осор шундай ваҡыт булып китте: кешеләр киләсәк көнгә ышанмай, тиемме. Шул ваҡытта мин социаль темаларғы йырҙар эҙләнем. Бындай йырҙарҙы табыуы ҡыйын. Ғөмүмән, беҙҙә бындай йырҙарҙы яҙмайҙар. Халыҡ нимәгә һыуһаған, шуны асыҡлағас ҡына йыр эҙләй башлайым.

– Белеүемсә, һеҙҙең репертуарҙа Салауат Низаметдиновтың йырҙары күп кенә. Был ижади дуҫлыҡтың нигеҙе нимәлә?

– Салауатың йырҙары башҡарыуға бик үк еңел булмаһа ла уларҙа тәрәнлек, моң һәм мәғәнә бар. Шуға үҙ итәм мин уларҙы.Миңә күп әйтәләр, һин башҡарған йырҙарҙы табында йырлап булмай, тиҙәр. Ә йырсы тик табын йыры ғына йырларға тейешме ни? Рустарҙа хатта табын йырҙарын айырым төркөмгә индергәндәр – “застольные песни” тиҙәр. Ә миңә тап шул кемгәлер ауыр тойолған Салауаттың йырҙарын башҡарыу еңел бирелә. Мин уларҙы тиҙ генә отоп алам. Ләззәтләнеп башҡарам. Ул минең күңелемә тура килгән генә йырҙар ижад итә.

– Шулай ҙа иң тәүҙә йыр һайлайһыңмы, әллә һүҙме?

– Мин, әлбиттә, иң тәүҙә һүҙ, шиғыр һайлайым. Халыҡҡа әйтерлек фекерең булмаһа, нимәгә сығып баҫаһың һин сәхнәгә? Ҡайһы бер йырҙарҙы тыңлайым да был йыры менән йырсы нимә әйтергә теләне икән, тип баш ватам. Кемдәрҙер сәхнәгә сығалар ҙа бер үк һүҙҙе ҡабатлай ҙа ҡабатлайҙар. Ә фекер юҡ.

– Салауат Низаметдиновтан башҡа тағы ла кемдәр менән эшләү оҡшай һеҙгә?

– Зөлфәт Хәким. Татарстан яҙыусыһы. Мин уның ижадына ғашиҡмын. Ул шиғырын да, көйөн дә үҙе яҙа. Хатта үҙе үк йырлай ҙа. Иҫ киткес драматург та, тиҫтәләгән роман, повесть авторы ла. Әлбиттә, халыҡ йырҙарын үҙ итәм. Тағы ла Ленар Бикмурзиндың, Фәрит Хатыпов, Илгиз Зариповтың йырҙарын өйрәнәм. Ә инде ниндәйҙер берәй темаға йыр кәрәк булһа, берәүҙе лә эҙләп тормайым, Салауат Низамутдиновҡа йүгерәм. Ул иҫ китмәле итеп яҙып ҡуя.

Бына шулай, башлыса ике шәхес- С.Низамутдинов һәм З.Хәким менән ижади дуҫлығы Әлфиәнең йыр репертуарының нигеҙен тәшкил итә. Бер ҡарағанда, Юлсурина – бәхетле йырсы. Үҙеңдең тауышыңа, күңелең торошона, һин әйтәһе фекерҙәрҙе сағылдырыуға һәләтле композиторҙы табыу – йырсы өсөн ҙур бәхет ул. Бары тик йырлау һәм сәхнә менән генә йәшәһә, йырсыға “ғүмер буйы шул микрофон тотоуҙан башҡа һөнәрең булманы” тип әйтеүселәр ҙә осрар ине. Әлфиәнең яратып шөғөлләнгән шөғөлдәре лә бар.

“Ваҡыт етмәгәнгә ҡыуанам”

Матур тәбиғәтле Бөрйәндә үҫкәнгәме, киләсәктә баҡса үҫтереп, йортоноң тирә-яғын гөл-сәскәләргә күмеп, үҙе әйтмешләй, оҙаҡ итеп йәшәргә хыяллана. Күптән түгел тыуған яғында ер алып өй буратып та ҡуйған.

Йәнә лә, шул сәскәләргә ғашиҡ булыуымы, әллә тәнен дә, йәнен дә сәләмәт тотоу теләгенәнме - Әлфиәнең яратҡан шөғөлө – дарыу үләндәре йыйыу, улар менән дауаланыу, башҡаларға өйрәтеү. Бына инде дүртенсе йыл, төп эше менән бер рәттән махсус рәүештә тап ошо үләндәрҙе аптекаларға таратыусы фирмала эшләй. Был эш тәүҙә бик ауыр, ят кеүек тойола уға. Хәҙер инде үҙен эш
Комментариев: 0

Оставить комментарий




Информация
Посетители, находящиеся в группе Гости, не могут оставлять комментарии к данной публикации.