Журналистар уларҙы онотмай

Опубликовано: 10-05-2016, 11:27


5 майҙа республикабыҙҙың Матбуғат йортона, йола буйынса, журналист-ветерандар йыйылды һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡәләм һәм штык менән фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алышҡан яҙыусыларҙы, журналистарҙы иҫкә алды. Йыйылды, тигәс тә, уларҙың һаны республика буйынса бер тиҫтәгә лә тулмай, ә кисә үткән сараға ни бары ике ветеран килә алды. Былтыр Журналистар союзы тәҡдиме менән һуғышта ҡатнашҡандарҙың Матбуғат йортоноң 1-се ҡатына ҡуйылған исемлеге яңыртылғайны.
Шуныһы һөйөнөслө, йәштәр ветерандарҙың исемен, уларҙың оло ҡаһарманлығын киләсәк быуын онотмаһын өсөн барыһын да эшләй. Бөгөн күрше илдә бандерасыларҙың ҡабат баш ҡалҡытыуына ризаһыҙлыҡ белдереп, уларҙың һуғыш ваҡытында ҡылған яуызлығын тағы бер иҫкә алды ветеран-журналистар Рамаҙан Ҡотошов менән Шәүкәт Макулов.

Журналистар уларҙы онотмай
Комментариев: 0

Оставить комментарий




Информация
Посетители, находящиеся в группе Гости, не могут оставлять комментарии к данной публикации.